Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

11 авгусҡа тиклем өлгөрөгөҙ

Сара Бөрйән районында палаткалы лагерь форматында ойоштороласаҡ. Ул 22 - 25 августа үткәрелә. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда уҡыған Башҡортостан йәштәрен, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм ойошмалары вәкилдәрен берләштерәсәк. Эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла: “Мәктәп үҙидараһы” - “Беренселәр хәрәкәте"нең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе вәкилдәре өсөн; “Студент үҙидараһы. Юғары уҡыу йорттары” - студенттарҙың үҙидараһын үҫтереү өсөн яуаплы кешеләр, студенттарҙың үҙидара органдары вәкилдәре өсөн; “Студент үҙидараһы. Урта һөнәри белем биреү” - студенттарҙың үҙидара органдары вәкилдәре, студент ойошмалары лидерҙары өсөн; “Медиатрендтар” – медиа өлкәһе вәкилдәре, студенттар медиаһы һәм йәштәр ойошмалары өсөн; "Ауыл йәштәре" - агросәнәғәт комплексының йәш вәкилдәре, ауыл йәштәре өсөн; “Йәштәр сәйәсәте кадрҙары” - йәштәр сәйәсәте органдары һәм ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары өсөн; Студенттарҙың беренсе республика туристик слеты - студенттарҙың туристик берләшмәләре вәкилдәре өсөн; Эшләүсе йәштәрҙең “Бейеклектә” республика ижади фестивале - эшләүсе йәштәр, ижади йәштәр вәкилдәре, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм Өфө Эшсе йәштәр советы ағзалары өсөн; "Атайсал" - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда уҡыған, Башҡортостандан сыҡҡан йәштәрҙең яҡташтар активистары өсөн. Форум сиктәрендә шулай уҡ йәштәрҙең башланғыстарына грант ярҙамында Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы, “Объектив” ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале һәм “Этника” йәш дизайнерҙар конкурсы үтәсәк. 11 авгусҡа тиклем теркәлергә өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cpwpt8 Сығанаҡ: Аңлатабыҙ_Башҡортостан.