Быйыл йәй эҫеһе, һыуығы, ямғыры менән һынап алһа ла, ауыл уңғандары ҡояшлы мәлдә лә, ямғырлы көндә лә тәбиғәт биргән байлыҡты йыйырға йыбанмай. Кемеһелер - еләген, икенселәре бәшмәген йыя һалып, һатып та ебәрә. Әйткәндәй, быйыл ер еләге урыны менән уңған, шуға күрә уның хаҡы ла ярайһы юғары. Тауары булһа, һатып алыусыһы табыла ул, ти еләкселәр. Әбйәлил районы Мораҡай ауылы уңғандары - Гөлсәсәк Вәлиева, Мәүлиҙә Шәрипова, Йәнүзә Ғәләүетдинова һәм Гөлдәр Әйүпованы Асҡар - Өфө юлында еләк, бәшмәк һәм йомортҡа һатып торғандарында осраттыҡ. "Шифалы үләндәребеҙ ҙә бар ине, уларҙы алып та киттеләр, еләк тә аҙ ҡалды", - тип ҡаршыланы улар. Йәй йәме - еләктә. Был мәл бер генә ул. Еләк йыйыусылар ҙа, һатып алырға теләүселәр ҙә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытты файҙаланып ҡалырға тырыша ла. Автор фотоһы.