Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фәһимә инәй машинаһын бүләк итте

Дәүләкән районының Көрмәнкәй ауылында йәшәгән Фәһимә Солтанова үҙенең УАЗ автомобилен махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына бүләк итте. “Дәүләкән телевидениеһы” телеканалына был көтөлмәгән аҙымын инәй түбәндәгесә аңлатҡан. Һуғыш балаһы булараҡ, ул замандың бөтә ауырлыҡтарын иңендә күтәргән кеше. Шуға күрә Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгән, ил өсөн ауыр хәлдә ситтә ҡала алмайым, тип аңлатҡан. Көрмәнкәй ауыл Советы башлығы Дамир Дәүләтов әйтеүенсә, автомобилде Дәүләкән егеттәре хеҙмәт иткән подразделениеға тапшырғандар. ”Асылыкүл” гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡоръятмаҫ ауылы старостаһы Фәнир Халиҡов махсус хәрби операция барған осорҙа аҙыҡ-түлек, дизель генераторҙары, запчастар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тейәлгән ике автомобилде хәрбиҙәргә алып барып еткергән. Ихлас күңелдән ярҙам күрһәткән дәүләкәндәргә ҙур рәхмәт! Фото: "Давлеканово ТВ".