18 июлдә Өфө тарихы музейында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ғәҙәти нацизм” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Уны 2022 йылда Рәсәй тарихи йәмғиәте инициативаһы буйынса булдыралар. Күргәҙмә Донбасс халҡының фажиғәһенә арналған. 200 экспонат иҫәбендә фотоматериалдар, Донбассҡа һөжүм ваҡытында нацистар ҡулланған боеприпастар фрагменттары, хәрби нацист формированиеларының, шулай уҡ Украинала эшләгән НАТО илдәренән сит ил ялланыусыларының ҡоралдары һәм кейемдәре бар. Экспозиция Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында күрһәтелгән. 2023 йыл башында Волгоградта “Сталинград һуғышы” музей-панорамаһы биләмәһендә уның менән ил Президенты Владимир Путин танышҡан. Өфөлә уҙған күргәҙмәгә сентябргә тиклем теләгән һәр кем килеп, бушлай таныша ала. Төбәк етәксеһе үҫеп килгән быуынға әхлаҡи тәрбиә биреүҙә экспозицияның мөһимлеген билдәләне. – Был күргәҙмәне ойоштороу тәҡдиме өсөн Рәсәй тарихи йәмғиәтенә рәхмәт белдерәм. Уның нимә тураһында икәнен яҡшы беләбеҙ, сөнки бер нисә тапҡыр Донбасста булдыҡ, Ватанды һаҡлаусы