Найти тему
Башҡортостан гәзите

"19 мең һумлыҡ зыян килтерҙек!"

"Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре һәм Октябрьский ҡалаһы дайверҙары бергәләп күлде браконьерҙар ҡуйған тоҙаҡтарҙан таҙалаған. - “Монте-Кристо” дайв-үҙәгендә шөғөлләнеүселәр дайверҙарҙы беҙҙең күлдә һыу аҫтына төшөргә, үҙҙәрен тоторға өйрәтә. Шуға ла беҙҙең тәбиғәт паркы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Быға тиклем күл төбөнән ағас, тәгәрмәс һәм башҡа ҡыйҙарҙы алырға ярҙам итәләр ине, был юлы үҙҙәре браконьерҙарға ҡаршы көрәш юлын тәҡдим итте: улар ҡуйған тоҙаҡтарҙы һыу төбөнән сығарҙыҡ. Йәмғеһе ҡыҫала тотоу өсөн 19 тоҙаҡ сығарҙыҡ. Улар 6-12 метрлыҡ була. Һәр береһе кәм тигәндә бер мең һумлыҡ. Тимәк, браконьерҙарға 19 мең һумлыҡ зыян килтерҙек! Тәбиғәт паркының хеҙмәткәрҙәре дайверҙарҙы кәмәлә тәғәйен ергә алып барҙы, улар һыу аҫтына төшөп, ау тапҡандан һуң, махсус билдә ҡуйҙы, артабан шул билдәгә ҡарап, тоҙаҡтарҙы сығарҙыҡ, - тип һөйләй “Ҡандракүл” тәиғәт паркының экологик белем биреү буйынса методисты Ирина Сабирова. Белгес шулай уҡ бындай акцияларҙың һөҙөмтәһе тураһында әйтеп үтте. Һил ваҡытта Ҡандракүлдә һыу төбө ете метр тәрәнлеккә тиклем асыҡ күренә. Артабан инде водолаздар ғына эш итә ала. Күлдең иң тәрән ере 16 метр тирәһе булыуын иҫәпкә алғанда, был шаҡтай ара. Күл төбөнән бөтә ауҙарҙың сығарылыуы балыҡтар, ҡыҫалалар һәм ҡоштар өсөн дә һәйбәт. Белгестәрҙе иң ҡыуандырғаны – был юлы балыҡ тотор өсөн ауҙар табылмаған. Тимәк, браконьерҙар балыҡ ауларға ҡыймай. Күл аҫтынан сығарылған ҡоролмалар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Фотолар “Ҡандракүл” тәбиғәт паркынан алынды.