Бөгөн шағирә, журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәми Ғарипов, Ҡайғусуз Абдал халыҡ-ара премиялар лауреаты Гөлнара Хәлфетдинованың күркәм юбилейы. Тыуған көнөң ҡотло булһын, шағирә! * * * Тәүәккәллек бирсе миңә, көнөм, Бөгөнөмдә бәхетле булырға, Үҙ-үҙемдән ҡасып йөрөмәҫкә, Үҙ-үҙемә шыпа тулырға. Ҡыйыулыҡтар бирсе миңә, яҙмыш, Дуҫ булырға ысынбарлыҡ менән. Хистәремә тоғро ҡалдыр, әммә, Күҙ бәйләтмәй йәшәт, тип үтенәм! Тыныслыҡтар бирсе миңә, хыял, Гел йүгертмә, килсе ҡаршыма! Ысын икәненә ышанғанда Мин ҡоларға әҙер шаршыңа! * * * Минең донъям зәңгәр, шундай зәңгәр, Сит-ситтәре ап-аҡ уҡалы. Сиңерткәләр йырлай, әйтерһең дә, Сың-сың килә ҡыҙҙар һаҡалы. Сың-сың килә ҡашмау тәңкәләре, Эй, күңелле, килә бейеге. Күҙәтәһең ошо хозурлыҡты Ҡулдарыңа ҡуйып эйәгең. Минең донъям зәңгәр, зәңгәр генә, Иркенлектән башың әйләнә. Ҡолап китмә тиеп, ҡулдарымды, Ҡулдарымды зинһар, бәйләмә. Минең донъям зәңгәр, зәңгәр генә, Аҡ уҡалы уның ситтәре. Ул уҡалар - минең ҡанаттары