Фатима һәр ваҡыт вазифалы урындарҙа эшләне. Йә урынбаҫар, йә директор. Шуға күрәме икән, холҡо ла ирҙәрҙеке кеүек булып бөткәйне. Ул ҡул аҫтындағылар өсөн ғәҙел, әммә уҫал етәксе ине. Бисә-сәсә менән сәй эсеп, ләстит һөйләшеп ултырғаны ла булманы. Тик бер кем дә уның күңелендә ниндәй ауыр уйҙар йөрөткәнен белмәне. Ул – түлһеҙ. Ире Фәнис менән йәштән үк яратышып өйләнешәләр, матур, татыу йәшәйҙәр. Тәүге йылдарҙа яуаплы урындарҙа эшләгәс, бала тураһында бик уйламай ҙа ул. Заманы ла шундай ине, улар совет илен төҙөнө бит. Әммә йылдар үтә килә ғаиләгә, дөрөҫөрәге, Фатимаға бала етмәүе нығыраҡ тойола башланы. Ире ҡатынын былай ҙа ярата һәм ғүмер буйы балаһыҙ йәшәргә лә риза ине. Фатима табиптарға ла, имсе әбейҙәргә лә күп йөрөнө. Ныҡлап “һин түлһеҙ” тигән диагноз ҡуйғанда уға 38 йәш тулып бара ине инде. Үҙенекен эшләргә өйрәнгән ҡатын төңөлмәне, балалар йорто һуҡмағын тапай башланы. Уға бәләкәй һәм мотлаҡ малай кәрәк булды. Йылдан ашыу йөрөгәс, эҙләгәнен тапты – ҡараҡас ҡына, матур ғына алт