Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәшәүгә көс биргәс...

Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә “Аттарҙы төшөргән рәссамдар” күргәҙмәһендә спикер булараҡ сығыш яһай. Барыһы ла Йәлил Сөләймәновты ғәжәп күп яҡлы рәссам булараҡ яҡшы белә. Бала саҡтан халҡыбыҙҙың төрлө әкиәт, эпос, легенда һәм риүәйәттәрен, йыр-моңдарын ишетеп үҫкән Йәлил Сөләймәновтың ижады һәр кемгә яҡын, ҡәҙерле. Рәссамдың ижады халҡыбыҙҙың рухи байлығынан билдәле эпос Йәншишмәһендәй йән, йәм алған, тәм туплаған. Сәнғәт оҫтаһының эштәре ниндәй генә темаға арналмаһын, унда асыҡтан-асыҡ булмаһа ла, кинәйәле символик образ булараҡ та фольклор элементтары урын алған. Төрлө буяуҙар ярҙамында күп яҡлы ижадсының 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә “Аттарҙы төшөргән рәссамдар” күргәҙмәһендә спикер булараҡ саҡырыуҙары ла юҡҡа түгел. Башҡортостанда атты һынландырған рәссамдар байтаҡ. Уларҙың күбеһе үҙ картиналарында атты арғымаҡ, дөлдөл итеп, шулай уҡ башҡорт тоҡомло атты үҙҙәренә кәрәк сюжет линияһы өсөн һүрәтләй. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин “Тимерсе атты дағалай” тигән картинаһында башҡорттоң тоғро дуҫын, уны дағалау мәлен халыҡсанлыҡ рухында, милли ғорурлыҡ менән һынландыра. Рәссамдың шулай уҡ бер нисә картинаһында ат образы сағылдырылған. Башҡортостанда рәссам-график Игорь Тонконогий үҙенең картиналарында ат образын йыш һынландыра, уны фәлсәфәүи яҡтан төрлөсө һүрәтләй. Рәссамдар Әмир Арыҫланов, Фәйзрахман Исмәғилев менән Илдар Ғаяновтар башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың образын төшөргәндә мотлаҡ ат һынын ҡулланған, һуңғыларының был темаға бер нисә картиналар циклы ла бар. Шулай уҡ танылған рәссам Хатип Фазыловтың эштәрендә лә ат образы йыш осрай. "Мин үҙ ижадымда ат темаһына йыш мөрәжәғәт итәм. Бала саҡтан һәр саҡ йылҡы малы янында булдым. Ике бабайым, олатайымдар Бөрйән һәм Хәйбулла райондарында ат ҡараусы булып эшләне. Йәйге каникул осоронда улар янында йөрөй торғайным. Әрмелә, сик буйы хеҙмәтендә, атлы заставаға эләктем. Һәр саҡ һыбай йөрөнөм. Башҡорт рәссамы булараҡ, миңә ат образы, һыны күңелемә бик яҡын. Шуға күрә уларҙы ижадымда йыш һынландырам. Айырым картиналарым да бар. Башҡорт атһыҙ булмаған", - ти Йәлил Әхмәт улы. Ғәжәп йәнле, тәбиғи һәм бер үк ваҡытта символик мәғәнәгә эйә Йәлил Сөләймәновтың "Аҡ ат. Ҡара ат" (2008) тип аталған картинаһы. Ижадсы ҡара һәм аҡ атты үҙе күргән-кисергәндәренең символы итеп һүрәтләй. Ат - йәшәүгә көс биреүсе. Ат образы башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында, әкиәттәрҙә, йырҙарҙа, әйтем-мәҡәлдәрҙә йыш осрай, шулай уҡ һынлы сәнғәт өлкәһендә лә уға күп мөрәжәғәт итәләр. 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә “Башҡорт аты” күргәҙмәһе эшләйәсәк. Унда төрлө рәссамдарҙың ат темаһына ижад ителгән эштәре урын аласаҡ. Фото: Йәлил Сөләймәнов.