Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республика Башлығы Радий Хәбиров хореография өлкәһендә юғары һөнәри оҫталығы һәм ҡаҙаныштары өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе бейеүселәре, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Алғы һыҙыҡта йөрөгән бейеүселәр Илсур Юламанов менән Наил Шәмсетдинов ошо наградаға лайыҡ булды. Шулай уҡ был юғары исем күптән түгел махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллиндың әсәһе Лариса Хәтмуллинаға ла бирелде. Лариса Шәйнур ҡыҙы оҙаҡ йылдар "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Улы Илнар Хәтмуллин ошо төркөмдөң алыштырғыһыҙ солисы ине. Әсәһенең был исемгә күптән лайыҡ икәнлеген белгән Илнарҙың рухы шат булғандыр... Лариса Шәйнур ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Фото "Сибай концерт-театр берекмәһе" төркөмөнән.