Һәр кем уҡытыусы була алмай, хатта ошо һөнәргә уҡып сыҡҡан осраҡта ла. Был өлкәлә эшләү өсөн балаларҙы яратыу, белгәнеңде уларға өйрәтә белеү һәләте кәрәк. Ә бит арабыҙҙа быуындан-быуынға үҙҙәрен ошо изге һөнәргә арнаусылар аҙ түгел. Саҡмағош ауылына эш сәфәренә барғанда, уҡытыусыларға бай иҫ киткес матур нәҫел менән таныштыҡ. Йорт хужаһы Илгизәр Ғәскәров ҡаршы алған саҡта уҡ уның уҡытыусылығын барлыҡ булмышында, һөйләшендә, үҙен тотошонда тойҙоҡ. Бөгөн ул Саҡмағош ауылында Башҡортостан аграр-технология колледжында йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡыта. Уның ҡатыны Гүзәл Флүр ҡыҙы ла педагог, элегерәк башланғыс кластарға белем биргән, әле “Миләшкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Әңгәмәбеҙ Илгизәр Дамир улының әсәһе, хөрмәтле ветеран, 84 йәшлек Фруза Ғәскәрова менән башланып китте. Оло йәшкә етһә лә, ҡартлыҡҡа бирешмәгән, уҡытыусылар һымаҡ бар яҡлап матур була белеү сифаты бөгөн дә хас уға. Эҙмә-эҙлекле итеп, педагогтар нәҫеленең тарихы тураһында сабыр ғына һөйләп алып китте: – Беҙҙең династия атайым менән әсәйемдән башланған. Атайым Мөзәһит Зәки улы Шаранбаш-Кенәз ауылында башланғыс кластарҙа уҡытты, Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир ҙә ул. Әсәйем Сөғдә Әбүнәғим ҡыҙы ла ошо уҡ мәктәптә 37 йыл башланғыс кластарға белем бирҙе. Бер туған апайым биология уҡытыусыһы һөнәрен һайлағайны, тап ошо фән минең дә күңелемә ятты, – ти оҙаҡ йылдар биология уҡытыусыһы булып эшләгән хеҙмәт ветераны. Фруза Мөзәһит ҡыҙының тормош иптәше Дамир Ильяс улы ла заманында уҡытыусы булған, 42 йыл ғүмерен ошо һөнәргә арнаған. Башланғыс кластарҙа ла, рус теленән дә, башланғыс хәрби әҙерлек нигеҙҙәренән дә белем биргән. Төрлө Почет грамоталары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы уның үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы тураһында һөйләй. Уҡытыусы ғаиләһе оҙаҡ йылдар Тайнаш мәктәбендә балаларға белем бирә. Үкенескә ҡаршы, Дамир Ильяс улы вафат булғас, Фруза Мөзәһит ҡыҙы улы менән килененең эргәһенә Саҡмағош ауылына күсенеп килә. Фруза менән Дамир Ғәскәровтар дүрт бала үҫтерә, уларҙың өсәүһе уҡытыусы юлын һайлай. Илгизәр йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән белем бирә, Шәүрәләре район үҙәгендә тәрбиәсе булып эшләй, Ынйылары ла педагог һөнәрен һайлаған. Кесе улдары Рәсүл генә инженер һөнәрен үҙ иткән. Әйткәндәй, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны ла. Ә бына ҡатыны Айгөл уҡытыусылар династияһының лайыҡлы бер вәкиле, ул Балалар ижады үҙәгендә эшләй. Әңгәмәбеҙ Илгизәр Дамир улы менән дауам итә. Уның уҡытыусылыҡҡа килеүе бер аҙ урауыраҡ юлдар аша тормошҡа аша. – Йәш саҡта тәүҙә ветеринар булам тип, шул һөнәргә уҡырға ингәйнем. Уҡып бөтмәнем, армияға киттем. Унан ҡайтыуыма, белемем булмаһа ла, мәктәпкә биология, һүрәт төшөрөү буйынса эшкә саҡырҙылар. Дәрестәр биреп ҡараным да, миңә уҡытыусы булыу оҡшап китте. 1997 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының биология-физкультура йүнәлеше буйынса ситтән тороп уҡырға индем. Хәҙер инде үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Педагогтар династияһы – һоҡланғыс күренеш. Атай-әсәйеңә ҡарап ҡына уҡытыусы булыу мөмкин түгел. Бының өсөн күңел ҡушыуы кәрәк. Ауыр һуғыштан һуңғы осорҙа өләсәйем менән олатайымдың балаларҙы грамоталылыҡҡа өйрәтеүе минең өсөн ғорурлыҡ та, өлгө лә. Ошо абруйлы династияның киләсәктә лә өҙөлмәүен теләйем, – ти 2010 йылда районда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе исеменә лайыҡ булған геройым. Әңгәмәләшкән ыңғайҙа Илгизәр Дамир улының шиғыр яҙыуға һәләтен дә белдек. Был күңел шөғөлө бала саҡтан килә икән. – X класта уҡығанда дуҫ егет менән үҙ-ара ярышып шиғыр яҙа башланыҡ. Яҙа торғас, был шөғөл үҙемә оҡшап китте. Ижад емештәрем район гәзитендә лә, “Толпар” журналында ла донъя күрҙе. Барлығы 100-ҙән ашыу шиғырым бар, уларҙың 20-ләбенә Илдар Хәмиҙуллин көйҙәр ижад итте. Ә йырсы Айһылыу Таҡыянузова, ул беҙҙең Айгөл килендең игеҙәк туғаны ла, “Сүмес йондоҙ” тигән конкурста сығыш яһап, беренсе урын яуланы. Шиғыр яҙыу – күңелемә ятҡан шөғөл. Күбеһенсә тәбиғәт, тыуған яҡ, мөхәббәт темаларына ижад итәм, – ти ҡәләм оҫтаһы. Тормош иптәшенең был һәләте тураһында һөйләгәндә Гүзәл Флүр ҡыҙы ла ҡәҙерле күңел хәтирәләрен барланы: – Әле йәш саҡта бер-беребеҙ менән хат алышҡанда уҡ Илгизәр шиғри юлдар менән яҙып ебәрә ине. Күңеле бик матур кеше ул. Сабыр, итәғәтле, ярҙамсыл, бер ауыр һүҙ әйтмәҫ. Ирем – минең өсөн бөтә яҡлап та таяныс. Үҙемдең атай-әсәйем ауырығас, уларҙы бында алып килдек, ҡартайған көндәрендә бергәләп ҡараныҡ, матур итеп һуңғы юлға оҙаттыҡ, бының өсөн дә Илгизәргә рәхмәтлемен. Ҡәйнәм менән ҡайным да мине тәүге көндән үҙ итте. Ҡәйнәм менән әле лә уртаҡ һүҙле булып донъя көтәбеҙ. Ул йортобоҙҙоң ҡояшы кеүек, уның нуры, йылылығы барлыҡ балаларына ла етә. Уҡыусылары ла уны онотмай. Ғөмүмән, йортобоҙ ишеге барлыҡ туғандарға ла асыҡ, – тип һөйләне бәхетле килен. Фруза апай бөгөн өй түрендә ҡәҙер-хөрмәт, матур тәрбиә күреп ултыра, балаларынан да, килен-кейәүҙәренән дә уңыуына күңеле һөйөнә. –Тормошобоҙҙоң ыңғай, ҡотло булыуының сәбәбе – ғаиләбеҙҙең иманға ынтылыуында, кешеләргә изгелекле булыуҙа, шөкөр итә белеп йәшәүҙә. Дин юлында булыуыбыҙ беҙгә бәрәкәтле, имен тормошҡа юл аса, – ти үҙе лә күптән намаҙҙа булған Фруза апай. Илгизәр Дамир улы дини белемен даими камиллаштыра, хәҙер ул Ҡөрьән аштарында вәғәз һөйләй, доғалар уҡый. Һеңлеһе Шәүрә Дамир ҡыҙы иһә 26 йәшендә үк намаҙға баҫҡан. “Бер кем дә өгөтләмәне, үҙемдең күңелем шулай ҡушты”, – ти ул. Атай-әсәй өлгөһөндә хәҙер артабанғы быуын да иманға тартылып үҫә. Дингә ҡыҙыҡһыныу ҙа нәҫелдән килә. – Атайым хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылыбыҙ Тайнаштағы мәсеткә тәүге имам-хатип итеп тәғәйенләнде. Әсәйем яғынан олатайым менән өләсәйем дә дини белемле булған. Дин әхлаҡлы, тәрбиәле булырға өндәй. Дини остаздар ҙа, уҡытыусы һымаҡ уҡ, йәмғиәтебеҙҙе тәрбиәләү йүнәлешендә эш алып бара, – ти Илгизәр Ғәскәров. Иманлы таҙа кеше тирә-яҡҡа ҡот, изгелек тарата, олоно – оло, кесене кесе итергә өйрәтә. Ғәскәровтар ғаиләһе менән аралашыу ҙа күңелдә әллә күпме ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йөҙҙәренән, күңелдәренән генә түгел, йәшәгән йорттарынан да йылы нур бөркөп торған һымаҡ уларҙың. Булғанына шөкөр итеп, зарланмай йәшәй белеүҙәрендәлер уларҙың тормош бәрәкәте. Илгизәр Ғәскәровтың шиғЫРҘАР дәфтәренән: Әсәйем Ел тейҙермәй әсәй беҙҙе Кеше итеп үҫтергән. Ҡанаттар ҡуйған иңдәргә, Йәшәр өсөн көс биргән. Ҡыйын тиеп тормаған ул, Бер ҙә башын эймәгән. Йәшәгән тик беҙҙең өсөн, Ауыр миңә, тимәгән. Донъяла була төрлө саҡ, Әсәй һис тә бирешмәй. Балаларҙы үҫтерәм тип, Көнө-төнө ул эшләй. Ауыр саҡтар артта инде, Хәҙер оло үҙебеҙ. Әсәйҙең йомшаҡ ҡулдары Һөйә әле – бәхетлебеҙ. Әсәй, йәшә оҙаҡ йылдар, Беҙгә таяныс булып. Һин яныбыҙҙа булғанда Донъялар тыныс булыр. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА