Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Кейеҙ” үҙәген асҡан

Саҡмағош районы – үҙенсәлекле оҫталарға бай төбәк. Район үҙәгенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан “Кейеҙ” үҙәгендә булып, ундағы эштәрҙе күреп, быға инанып ҡайттыҡ. Үҙәктең етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғил­метдинова һәм уның уҡыусылары кейеҙ­ҙән тыуҙырған матурлыҡҡа әллә күпме һоҡ­ла­нып ҡарап йөрөргә мөмкин. Тәбиғәт күре­нештәре, тарихи донъя, бөгөнгөбөҙ, хатта уйынсыҡтар, табынға ризыҡтарҙы ла улар шул тиклем оҫта итеп барлыҡҡа килтергән. Нәфисә – Саҡмағош ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыған сағында кейеҙ эштәре менән мауыға башлай. Өфө районында Балалар ижады йорто ҡарамағындағы “Йәйғор” исемле студияла ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплай. Баш ҡалала эшләгәндә үк Милли музейҙа, “Урал” галереяһында , республика Хәрби дан музейында һәм башҡа урындарҙа үҙенең эштәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Тыуған төйәге Саҡмағошта “Кейеҙ” үҙәген асыу ҙа уның күптәнге хыялы була. Тыуған еренә ҡайтҡас, уны тормошҡа ашырырға мөм­кинлек тыуа, был ниәтен район хаки­миәте лә хуплай. Саҡмағошҡа ҡайтыуына ике йыл тирәһе генә ваҡыт үтһә лә, әллә күпме эш башҡарырға өлгөргән. Бында ике зал булдырылған. Тәүгеһендә – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу бүлмәһе. Бында өҫтәлдәге милли ризыҡтар: бауырһаҡ, бәлеш – барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән. Шулай уҡ стенаға ауыл тәбиғәтен, йорт йылыһын, матурлығын сағылдырған паннолар ҙа элен­гән. Орсоҡ әйләндереүсе ҡыҙ, һандыҡ һүрәт­ләнгән эштәрҙән ысынлап та йорт ҡото бөркөлә. Кейеҙҙән тегелгән милли кейем дә иғти­барҙы йәлеп итмәй ҡалмай. Икенсе залда йолалар, тарих, легендалар ҙур өлөштө биләй. – Бында үҙемдең дә, элекке һәм бөгөнгө уҡыусыларымдың да эштәре урын алған. Уҡыусыларым – 12-14 йәшлек балалар. Уларҙың күңелендә был шөғөлгә ҡыҙыҡһы­ныу уятыр өсөн тәү сиратта үҙемдең төрлө идеялар менән яныуым мөһим. Шул ваҡытта ғына балалар күңелендә лә ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкин. Ҡыҙыҡтыра алһаң, уларҙы был шөғөлдән айырып та булмай, хатта өйҙәренә алып ҡайтып тамамлап ҡуялар. Был панноларҙы балалар сәнғәт мәктәбендә дәрес ваҡытында эшләй. Аҙаҡ уларҙы “Кейеҙ” үҙәгенә ҡуябыҙ. Үҙәктә иһә был өлкәлә тәжрибәһе булмағандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Балаларҙы ла, ололарҙы ла ошо ҡыҙыҡлы шөғөлгә йәлеп итеү маҡсатыбыҙ булып тора. Был яратҡан шөғөл генә түгел, тәбиғи һарыҡ йөнө менән эшләү күңелде тынысландыра, мауыҡтыра ла, – ти Нәфисә Рәбис ҡыҙы. Әйтергә кәрәк, уның үҙ ҡулдары менән яһаған паннолары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға өлгөргән. Кейеҙ оҫтаһының һәләте Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтарының Почет грамоталары менән баһаланған, шулай уҡ ул – Башҡортостандың мәғариф отличнигы ла. Хәҙер тиҫтә йыллап кейеҙ менән шөғөлләнгән әңгәмәсем күберәк тәбиғәт темаһын яҡтыртырға ярата. – Кейеҙ – тәбиғи материал. Унан пейзаждар уңышлы килеп сыға. Был эш мауыҡ­тыра, күңелгә шатлыҡ бирә, унан хатта айы­рыл­ғы ла килмәй. Эш барышында яңы идеялар барлыҡҡа килә.Тәбиғәт һәм балаларҙың ҡулдарының энергетикаһы ошондай күркәм, тере, күңелде ҡуҙғытырлыҡ ижад өлгөләре тыуҙыра, – ти Саҡмағош оҫтаһы. Балалар ошо боронғо шөғөлдө белеп үҫһен, өйрәнһен өсөн Нәфисә Ғилметдинова барлыҡ материалдар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. “Атайсал” проекты буйынса башҡарылған йәнә бер изге ғәмәле булып тора был замандашыбыҙҙың. Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА