Бөтә Рәсәй “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумының төбәк этабы тамамланды, “Торатау” конгресс-холында ошо форумға арналған иң яҡшы проекттарҙың күрһәтелеүе тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Уның төп финал конкурсы 19 июлдә Мәскәүҙә уҙҙы. Стратегик башланғыстар агентлығы һәм “Росконгресс” фонды хәбәр итеүенсә, ил буйынса был форумға 24 меңдән ашыу тәҡдим йыйылған. Улар араһынан эксперттар иң перспективалы тип табылған 1000 идеяны һайлап аласаҡ. Был проекттар илдең социаль-иҡтисади үҫешенә һиҙелерлек ыңғай үҙгәреш индерәсәк. Ошо тупланмала Башҡортостандан 83 идея бар: 5 – “Кадрҙар буйынса милли башланғыстар” йүнәлеше буйынса; 18 – “Милли экологик башланғыстар” йүнәлеше буйынса; 5 – “Һанлы сервистар” йүнәлеше буйынса; 17 – “Милли технологик башланғыстар” йүнәлеше буйынса; 32 – “Милли социаль башланғыстар” йүнәлеше буйынса; 6 – “Эшҡыуарлыҡ” йүнәлеше буйынса. Был проекттар араһында айырыуса нимәләр күҙгә ташлана? Башҡортостан әүҙемселәре, мәҫәлән, хеҙмәт династияларын популярлашты