Күптән түгел республикабыҙ баш ҡалаһында сәнәғәт тармаҡтарындағы иҡтисади көрсөккә ҡаршы үткәрелгән хакатонда (алдан билдәләнгән бурысты хәл итеүҙә командаларҙың ярышы) 100-ҙән ашыу предприятие етәксеһе һәм милексе ҡатнашты. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы ойошторолдо. “Етештереүсәнлек лидерҙары” нисек тормошҡа ашырыла? Хакатонды ойоштороусылар – Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының Бөтә Рәсәй Тышҡы сауҙа академияһының (ВАВТ) Етештереүсәнлекте үҫтереү үҙәге һәм Башҡортостан Хөкүмәте. Был үҙәк “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса “Етештереүсәнлек лидерҙары” тигән идара итеү кадрҙары әҙерләү программаһын тормошҡа ашыра. – Ошо сараны үткәреү өсөн Тышҡы сауҙа академияһының тап беҙҙең республиканы һайлауы осраҡлы түгел һәм был ҡыуаныслы хәл, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Милли проекттың ғәмәлдәге ағзалары булған предприятиелар ҡатнашыуынан тыш, хакатонға башҡа ойошмалар ҙа билдәле бер категориялар буйынса килә ала. Был сарала башҡа төбәктәрҙең вәкилдәре лә булды. Рөстәм Моратов ышандырыуынса, ошо иҡтисади сара унда ҡатнашҡандарға һәйбәт тәжрибә буласаҡ, уны башҡа күп компанияларҙа ла ҡуллана аласаҡтар. “Ни өсөн тиһәгеҙ, хакатонда ҡатнашҡандар иҡтисади баҙарҙағы ҡаршылыҡтарҙы сәнәғәт предприятиеларының аныҡ миҫалдарында анализланы һәм бизнесты артабан үҫтереү стратегияһын эшләне”, – ти ул. Хакатон үткәреү – “Етештереү лидерҙары” программаһы нигеҙендәге күп сараларҙың береһе генә, ул Рәсәйҙең сеймалға бәйле булмаған тармаҡтар предприятиеларындағы идара итеүселәрҙең квалификацияһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Ә сараның төп маҡсаты сәнәғәтселәргә донъя иҡтисадындағы алдан тоҫмаллау ҡыйын булған үҙгәрештәргә яраҡлашыуҙа ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Был осраҡта санкциялар баҫымы шарттарында етештереүҙең йоғонтололоғон күтәреү өсөн бизнес менән властың тура бәйләнешен ҡора белеү ҙә күҙ уңында тотола. – Бөгөн Рәсәй сәнәғәте алдында торған бурыстарҙы хәл итеү тиҙлеге күпселек осраҡта идара итеүселәрҙең белдекле булыуынан тора, – ти Етештереүсәнлекте күтәреү үҙәге директоры, “Етештереү лидерҙары” программаһы етәксеһе Екатерина Гришина. – Сеймалға ҡытлыҡты бөтөрөү, импортҡа алмаш проекттарын тормошҡа ашырыу йә предприятиелағы башҡа төрлө проблемаларҙы хәл итеү өсөн тәғәйен инструменттарға эйә булыу кәрәк. Хакатон – бик йоғонтоло белем биреү форматы, ул етәкселәргә электән ғәҙәтләнгән идара итеү стратегияһын ҡайтанан ҡарап сығыу һәм көрсөккә ҡаршы алымдарҙы компанияның ағымдағы эшенә зыян килтермәй генә һынап ҡарау мөмкинлеге бирә. 161-се предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты беҙҙең илдә 2018 йылдан бирле тормошҡа ашырылып килә һәм Рәсәйҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттыра барыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостанда был проектта бөгөнгө 160 предприятие ҡатнаша. Күптән түгел ошо исемлеккә “Европа агротехникаһы – Урал” акционерҙар йәмғиәте өҫтәлде. – Был туралағы килешеүгә компания менән республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһының Етештереүсәнлек өлкәһендәге компетенциялар үҙәге ҡул ҡуйҙы, – ти иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – Милли проектта ҡатнашыу предприятиены үҫтереү өсөн өҫтәмә перспективалар бирә, ә һәр белгес өсөн был – үҙ оҫталығыңды күрһәтеү һәм туҡтауһыҙ яҡшырта барыу процесына ҡушылып китеү мөмкинлеге. Министрҙың беренсе урынбаҫары раҫлауынса, ошо проектҡа ярашлы, эшҡыуарҙарға ярҙамға финанс дәртләндереүе саралары комплексы әҙерләнгән, бынан тыш, Компетенциялар үҙәге һәр теләгән предприятиеға консультациялар буйынса ла булышлыҡ күрһәтергә әҙер. Европа агротехникаһы компаниялары төркөмө ауыл хужалығы техникаһы һәм уға комплектлаусы өлөштәр бирә, һатып алынған техниканы тулы сервис хеҙмәтләндереүен дә алып бара. Компетенциялар үҙәге ярҙамында алдағы ярты йылда ошо компанияла түбәндәге саралар тормошҡа ашырыласаҡ: l етештереү процестарын, шул иҫәптән диагностиканы һәм етештереү ағымын анализлауҙы уңайлаштырыу; l планлаштырыуҙы һәм идара итеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында мәғлүмәт үҙәге булдырыу; l етештереү ағымын камиллаштырыу буйынса саралар планы эшләү. Бер үк ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү алымдарына өйрәтеү һәм эш урындарын 5С халыҡ-ара системаһына ярашлы ойоштороу ҙа планлаштырылған. Был система 1980 йылда Японияла булдырылған һәм, яҙыуҙарынса, автомобилдәр етештереүсе “Тойота” компанияһының ҙур үҫешкә өлгәшеүендә уның ярҙамы ҙур. Хәҙер ул донъяның алдынғы илдәрендә киң ҡулланыла һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға ҙур йоғонто яһай. Артабан ике йыл ярым дауамында предприятие пилот проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә алынған оҫталыҡ, белем һәм күнекмәләрҙе башҡа етештереү, тәьминәт процестарына үҙаллы таратасаҡ. Сервис бүлеге етәксеһе Евгений Кислицындың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проектта ҡатнашыуҙан улар идара итеүҙең яңы алымдары менән танышыуҙы, компания хеҙмәткәрҙәренең етештереү процестарын анализларға тейешле ваҡытта өйрәнә алыуын көтә. Һөҙөмтәлә ресурстар юғалтыуҙы кәметәсәктәренә һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенең артасағына ышаналар. Һигеҙ меңдән ашыу етәксе уҡып сыҡты Өфөлә үткәрелгән хакатондағы “Етештереү лидерҙары” программаһы Бөтә Рәсәй Тышҡы сауҙа академияһы базаһында илдең иң алдынғы бизнес-мәктәптәре ҡатнашлығында булдырылған. Милли проект сараларының береһе булараҡ, ул Рәсәйҙең 75 төбәгенең ике меңдән ашыу предприятиеһында тормошҡа ашырыла. Был программа буйынса бөгөн һигеҙ меңдән ашыу етәксе уҡып сыҡты. Өйрәтеү курстарының маҡсаты – иҡтисадтағы үҙгәрештәргә бик тиҙ яраҡлашыу һәм ошо шарттарҙа ла хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүҙе дауам итеү. Артабан улар стратегик менеджмент, маркетинг, етештереүгә һәм персоналға идара итеү яңылыҡтары менән даими танышып барырға, уларҙы үҙ предприятиелары эшмәкәрлегендә ҡуллана алырға тейеш. Әлегә өйрәнсеклек осоро бара: алдағы ярты йылда төрлө төбәктәрҙең компания етәкселәре кросс-функциональ командаларға берләшергә һәм тәғәйен предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрә барыу маҡсатында “юл картаһы” булдырыу өҫтөндә эшләргә ниәтләнә. Бөгөн Рәсәй предприятиеларында меңдән ашыу ошондай проект тормошҡа ашырыла, һәм улар көтөлгән иҡтисади һөҙөмтә бирә. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН