Рәсәйҙең онлайн-рекрутинг буйынса иң ҙуры булған “һһ.ru” платформаһы Башҡортостан кешеләре араһында уларҙың нисә йәштә беренсе тапҡыр эшкә урынлашыуы тураһында һорау алыу үткәрҙе. Яуап биргәндәрҙең 53 проценты тәүге тапҡыр эшкә 17 йәштә һәм унан да иртәрәк сыҡҡаны хаҡында әйткән. Тағы ла 47 проценты 18 – 25 йәштә эш башлаған икән. Хеҙмәт юлының иртә башланыуы менән күбеһенсә сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары, туризм һәм ҡунаҡханалар даирәһенә ҡарағандар маҡтана ала. Яуап биреүҙә ҡатнашыусылар 18 йәшкә саҡлы эшкә сығыуҙың сәбәбе итеп финанс бойондороҡһоҙлоғона ынтылыуҙы билдәләгән. Бынан тыш, иртә эшкә сыҡҡандарҙың 35 проценты тәғәйен маҡсат өсөн аҡса йыйыуҙы планлаштырған. Ә 31 проценты шәхси ваҡытын шулай файҙалы үткәрергә тырышҡан, 20 проценты – ата-әсәһенә ярҙам итеү, 14 проценты үҙен ҡарау мохтажлығы менән эш эҙләгән. Дүрт проценты – ата-әсәһенең ҡушыуы буйынса. 18 йәшкә тиклем үк хеҙмәт юлын башлауҙың өҫтөнлөгө итеп Башҡортостан кешеләре шуларҙы атаған: кеҫәңдә үҙ аҡсаң булыуы