24 июлдә киске сәғәт алты тирәһендә Ҡариҙел районында, Абдулла – Комсомол автомобиль юлының беренсе километрында, Комсомол ауылынан 71 йәшлек ир “ВАЗ-2110” автомобилендә юлдың һул яҡ ситенә төшөп китә һәм ағасҡа бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була. Бөгөн, 25 июлдә, Ауырғазы районында төнгө сәғәт өстә, Ишле – Яңы Атйетәр автомобиль юлының 23-сө саҡрымында, Мостафа ауылы янында, Стәрлетамаҡтан 17 йәшлек үҫмер “ВАЗ-2114” автомобилендә юлдың уң яҡ ситенә осоп түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 18 йәшлек пассажир шунда уҡ һәләк була. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, рулдәге үҫмер иҫерек булған, водитель таныҡлығы ла юҡ. Автомобиль теркәлмәгән, һатып алыу-һатыу килешеүе нигеҙендә үҫмерҙең ситкә эшкә киткән атаһыныҡы. – Аварияла һәләк булған кеше хәүефһеҙлек ҡайышы менән бәйләнмәгән. Транспорт сараһы салонында шулай уҡ 17 йәшлек ҡыҙ булған, табиптар уны ҡарағас, өйөнә ҡайтарған. Билдәле булыуынса, йәштәр йәйге каникул ваҡытында Кесе Нуғаҙаҡ ауылында туғандарында йәшәгән. Әлеге ваҡытта водитель үҙе лә дауаханаға ебәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү материалы Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлегенә ебәрелгән. Енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Водителгә 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Юлдарыбыҙҙа тәртипте тәьмин итеүгә битараф ҡалмағыҙ, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ йәки яҡындарығыҙ иҫерек водитель ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбаны булыуы ихтимал. Иҫерек водителдәр хаҡында Башҡоростан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу элемтә телефонына хәбәр итегеҙ: 8(347) 279-32-92, шулай уҡ Телеграмда - @GIBDDRB_02bot яҙырға мөмкин, – тип хәбәр итә ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @bash_gibdd