Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының йөҙөү буйынса ярыштарында Владивостоктан Виталий Оботин 400 метр арауыҡҡа “комплекслы йөҙөү” дисциплинаһында беренсе урын яуланы. Ул ете йәшендә диңгеҙҙә йөҙә башлаған, һуңғараҡ уны ата-әсәһе йөҙөү секцияһына алып барған. Хәҙер 13 йылдан ашыу - Рәсәй йыйылма командаһында. Виталий менән бергә уның ҡыҙы Анна ла төрлө ярыштарға йөрөргә тырыша. Виталий Оботин – Сурлимпия уйындары чемпионы, донъя һәм Рәсәй чемпионаттарында беренсе урын яулаған. 2 авгусҡа тиклем Башҡортостанда донъяның 30 иленән сурдлимпиясылар үҙ көсөн һынаясаҡ. Беҙ уларҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. Спортҡа килгәндә, ул – барыһын да берләштергән көс. Фото: vk.com/myvmestesport_ufa.