Форум 21 июлдә башланғайны, 29-ына тиклем бара. Унда 150-гә яҡын кешене берләштергән Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форумдың тәүге дүрт көнөдә йәштәребеҙ ярайһы һөҙөмтәләргә өлгәште лә инде. 22 июлдә сара барышында башланғыс хәрби әҙерлек фестивале үтте. Башҡортостан делегацияһы һынауҙарҙа әүҙем ҡатнашып, Азамат Төхвәтуллин "Электрон ҡоралдан атыу" номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды. 23 июлдә тәүге тапҡыр "Быуындар iВолгаһы" тигән фестиваль ойошторолдо – унда үткән йылдарҙағы ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, эксперттар көс һынашты. Үткән йыл республикабыҙ исеменән ҡатнашҡан Алексей Севастьянов лидерҙар иҫәбенә инде. 23-24 июлдәге саралар иҫәбендә Башҡортостан вәкилдәре Халыҡ байрамдары фестивален ойошторҙо. Унда Волга буйы федераль округында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолаларының төрлөлөгө күрһәтелде. Башҡортостандан йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова "Этника" стилләштерелгән милли кейемдәр конкурсында "Этник костюм" номинацияһында 1-се урынды, ә Луиза Думайская "Героик эпос" конкурсында "Урал батыр" эпосы менән 3-сө урынды яуланы. "Беҙҙең йәштәр "iВолга"ның программаһында әүҙем ҡатнаша – улар белем арттырыу сараларында яңы белемгә эйә була, форумдағы башҡа әүҙем сараларҙа үҙҙәрен күрһәтә, проекттарын яҡлауға тырышып әҙерләнә. Алда әле тағы дүрт көн бар, йәштәребеҙ яңы еңеүҙәргә өлгәшер тип көтәбеҙ", – ти Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.