Бөгөн “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарының теннис буйынса һайлап алыу ярыштары барышын ҡараған көйәрмәндәр араһында Рәсәй Геройы, илдең 113-сө космонавты, 125 тәүлек, 00 сәғәт, 50 минут ваҡытын космоста үткәргән Сергей Ревинды осраттым. Ул берҙән-бер улы Ярослав менән Өфөгә килгән. Ярослав сурдлимпиада уйындарында икенсе тапҡыр ҡатнаша. "Мин 2006 йылдан теннис менән мауығам. Мәскәүҙә һаңғырауҙар өсөн ҡулайлаштырылған спорт үҙәгендә шөғөлләнәм. 2017 йылда Төркиәлә үткән сурдлимпиада уйындарында 4-се урын алдым. Көн эҫе булды. 35 градус эҫелә уйнаныҡ. Тын етмәүе сәбәпле, еңеүгә бер аҙым ҡалғас, төшөп ҡалдым. Ныҡ үкенесле булды. Был юлы һауа торошо һәйбәт. Иртәгә Израилдән килгән спортсы менән ярышасаҡмын. Уның нисек уйнағанын бөгөн ҡарап ҡуйҙым. Еңеүгә өмөт бар", - ти Ярослав. Улы Ярослав күнекмәләрҙә булған арала Сергей Ревин Дәүләкән районындағы Аэрокосмик мәктәптә балалар менән осрашып өлгөргән. "Улым менән Башҡортостанда күп тапҡыр булдыҡ. “Яҡтыкүл”, “Янғантау” шифаханалар