Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөтә тәҡдимдәр бергә туплана

Өфөләге “Торатау” конгресс-холындағы Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы эшен даум итә. Тантаналы асыу церемонияһынан һуң унда ҡатнашыусылар “Коррупцияға ҡаршы көрәштең тармаҡ, төбәк һәм корпоратив механизмдары” тигән панель секцияһына йыйылды. Сараның модераторы булып Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультеты деканы, университеттың йәш ғаилимдыр советы рәйесе Павел Селезнев сығыш яһаны. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Соболев, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Коррупцияҡа ҡаршы көрөш буйынса ғилми-уҡытыу үҙәге директоры Александр Русецкий, Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫарҙары Анна Катамадзе менән Магомед Исаевтың һәм башҡа белгестәрҙең докладтарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, ә Доржи Банзаров исемендәге Бүрәт дәүләт университетының коррупцияға ҡаршы мәғариф үҙәге директоры Юрий Гармаевтың үткер сағыштырыуҙары һәм сәхнә экранындағы слайдтары залда айырыуса йәнлелек тыуҙырҙы. “Спикерҙар әйткән бөтә тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр панель ултырыштың резолюцияларында сағылыш табасаҡ”, – тине Павел Селезнев. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.