Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән муниципаль эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса сираттағы кәңәшмә үтте. Премьер-министр республика Хөкүмәтенең Башҡортостанда ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тотороҡло инфраструктураһын булдырыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыуын билдәләне. Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә ташлама килешеүҙәре рәүешендә интеграцияланған объекттар булдырыу, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөү тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. – Әммә эш сифатына һәм айырым төбәк операторҙары күрһәткән хеҙмәттәргә ҡағылышлы һорауҙар ҡала. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең бөтә циклы өсөн яуаплылыҡ төбәк операторҙарына йөкмәтелә. Был өлкәлә эшләгән һәм хеҙмәттәр күрһәткән һәр кемдән үҙ бурыстарын теүәл үтәүҙе талап итербеҙ, тип күп тапҡырҙар әйттек. Был форматта эшләргә әҙер булмағандар менән хушлашырбыҙ, — тине Андрей Назаров. 2023 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Дүртөйлөмелиоводстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн уны төбәк операторы статусын туҡтатты, килешеү өҙөлдө. Андрей Назаров билдәләүенсә, әле процеста ҡатнашыусыларҙың барыһының да, бигерәк тә килеп тыуған хәлде халыҡҡа аңлатыу буйынса төплө эше ойошторолорға тейеш. Икенсе зонаға яңы төбәк операторы тәғәйенләнгәнгә тиклем бөтә кимәлдәрҙә лә эште дөйөм координациялау һәм уның этаптарын аңлатыу кәрәк. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов муниципаль ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле хәлдәр, шул иҫәптән 2-се зонаға төбәк операторы эшмәкәрлеге өлкәһендә ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән бәйле хәлде тотороҡландырыу буйынса күрелгән саралар тураһында хәбәр итте. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 2-се зона өлкәһендә яңы төбәк операторын һайлау буйынса эште тамамларға ҡушты. Республиканың Финанс министрлығы Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары хакимиәте сығымдарын ҡаплау мәсьәләһен барлаясаҡ. Шулай уҡ Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондары «Дүртөйлөмелиоводстрой» компанияһы тарафынан ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы бер яҡлы туҡтатыу осоронда тораҡ пункттар биләмәләрен тәртиптә тотоу өсөн түләүҙәр кәрәклеген билдәләне. — Яңы төбәк операторы менән үҙ-ара эш алып барыуҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә 2-се зона буйынса төбәк операторының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре; халыҡ, юридик шәхестәр һәм айырым эшҡыуарҙарға мәғлүмәтте мөмкин тиклем асыҡ, тиҙ еткереү кәрәк. Яңы төбәк операторына тапшырылған биләмәләрҙән ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыуҙы тәьмин итергә, килешеү нигеҙендә территорияларҙа булған махсус ҡорамалдарҙы йәлеп итергә һәм юридик шәхестәр һәм айырым эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөү буйынса эш ойошторорға, шул иҫәптән халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн яңы офистарын асырға тәҡдим итергә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.