“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Ишембай районында ремонттан һуң Ҡыяуыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элек ул ауыл клубы менән күршеләш һәм авария хәлендә булған, заманса шарттарға яуап бирмәгән. Ауыл Советында уны башҡа бинаға күсерергә ҡарар итәләр, ремонт-тергеҙеү эштәрен башҡаралар. Эске электр, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү инженер системалары үткәрелә, биләмә төҙөкләндерелә. Яңы пунктта пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, яңы йыһаздар, заманса ҡорамалдар урынлаштырылған. – Ауылда сифатлы, заманса медицина ярҙамы ойошторолдо. Кешеләр хәҙер район дауаханаларына юлланмай, йорттары эргәһендә тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Бина бөтә санитар шарттарға яуап бирә, – тип билдәләне Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов. Фельдшер-акушерлыҡ пункты 109 кеше йәшәгән Ҡыяуыҡ, Михайловка, Екатериновка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Медицина пункты шулай уҡ фармацевтика эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензия алған, тимәк