Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яңы технологияларға таянып эш итәсәкбеҙ”

Әлшәй районында халыҡҡа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Бының өсөн медицина булышлығы ағымын икегә бүлгәндәр. Кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү буйынса айырым кабинеттар булдырылған. Шулай уҡ вируслы инфекция билдәләре булған пациенттарҙы айырым ҡабул итәсәктәр. Өҫтәүенә невролог хәҙер диспансер иҫәбендә торған пациенттарҙы шәмбелә лә ҡарай. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Раевка дауаханаһына күсмә мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты алынды. Ул сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау маҡсатында тикшереүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Төбәк программаһы буйынса дауаханаға 38 миллион һумлыҡ ҡорамал алынған. Шулай уҡ учреждениеның автомобиль паркы яңы ике еңел автомобиль менән тулыланған. Дауаханала бөтә технологиялар ҙа файҙаланыла. Былтыр – 280, ә быйыл 350 телеконсультация үткәрелгән. ФАПтарҙы интернет селтәренә тоташтырыу дауам итә, автоматлаштырылған эш урындары булдырыла. Юғары тиҙлекле интернет иң алдынғы һанлы сервистарҙы файҙаланыуҙы, медицина мәғлүмәт системаларына, ҡушымталарына инеүҙе тәьмин итә. – Беҙҙең төп бурыс – пациенттарҙың һаулығын һаҡлау һәм тергеҙеү. Бының өсөн персоналдың профессионализмына, яңы технологияларға таянып эш итәсәкбеҙ, - ти Раевка дауаханаһының баш табибы Венер Иҙекәйев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.