Денис Өмөтбаевты күптәр блогер һәм сәйәхәтсе булараҡ белә. Әле ул – башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе, йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ етештерә, бер үк ваҡытта агротуризм менән этнотуризмды үҫтереү, ситтән туристар йәлеп итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып бара. Бөгөн Денис Хәмитйән улының башҡорт тоҡомло 100 баштан ашыу аты бар, шуның 60-тан күберәге – һауын бейәләре. Былтыр йәш эшҡыуар “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса 3 989 400 һумлыҡ грант алыуға өлгәшә һәм дәүләт аҡсаһына башҡорт тоҡомло 60 баш бейә, ҡымыҙ ҡойоу аппараты һәм автомобиль-рефрижератор һатып ала. Әйткәндәй, районда ғына түгел, республикала ла Денис Өмөтбаевтың ҡымыҙ ҡойоу аппараты – берҙән-бер ҡорамал, тиергә була, сөнки Ирәндек ҡылғанын ашап үҫкән бейәләрҙән етештерелгән тап ошо ҡымыҙ бөгөн 0,75 литрлыҡ быяла шешәләрҙә һатыуға сығарыла. Улар өс төҫтә, һәр береһенә рус яҙыусыларының рәсеме һәм уларҙың башҡорт ҡымыҙы хаҡындағы фекерҙәре яҙылған этикетка йәбештерелә. Мәҫәлән, йәшел төҫтәг