Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күп балалы ғаиләләргә - 450 мең һум!

Башҡортостандағы күп балалы ғаиләләр ипотека кредиты буйынса йөкләмәһен тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплай ала. Был федераль ярҙамға өсөнсө йәки сираттағы балалары 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәй Хөкүмәтенең был йәһәттән өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүлеүе тураһында яҙҙы. Министрҙың хәбәр итеүенсә, был ярҙамды күрһәткән ваҡытта өлкән балаларҙың йәшенең иҫәпкә алынмай. 450 мең һумлыҡ түләүҙе алыу өсөн ғаиләләр тура банкка ғариза һәм документтар менән мөрәжәғәт итә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы форманы тултыра ала. Тағы шуныһы бар: аҡса ҡулға бирелмәй, туранан-тура ипотеканы – торлаҡты һатып алыуға йәки төҙөүгә, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредитты биргән банкка күсерелә. Автор фотоһы.