Банкротлыҡ процедураһы барышында кредит учреждениелары, һалым органы алдындағы йөкләмәләрҙе, коммуналь түләүҙәр буйынса, заем распискаһы һәм килешеүе буйынса физик шәхестәр алдындағы бурысты юҡҡа сығарырға мөмкин. "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса иларалығы республика халҡына шәхси банкротлыҡ хеҙмәтен көсләп тағыу осраҡтарын теркәй. Шуға күрә, был процедураға төптән уйлап ҡарарға һәм финанстар проблемаһын хәл итеүҙең бындай ысулына тик аҙаҡҡы осраҡта - сиргә дусар булғанда, килем сығанағын һәм эшегеҙҙе юғалтҡанда ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк.Банкротлыҡ тураһында ғариза менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?Әгәр бурыс 50 меңдән 500 мең һумға тиклем тәшкил итә икән - ғаризаны Күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин. Судтан тыш процедура бушлай.Бурыс 500 мең һумдан ашыу булғанда арбитраж судына барырға тура киләсәк. Банкротлыҡ процедураһына киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн суд депозитына 25 мең һум күләмендә аҡса индерергә кәрәк.Ғариза биреүсенең мөлкәтен һатыу процедураһы нисек үтә?Кредиторҙарҙың тал