Ишембай районы Ҡолғона ауылы ҡыҙы Зәкиә Мөхәмәтйәнова-Мусина ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылында шәхси йортта йәшәй. Сәскәләрҙең ниндәйен генә үҫтермәй ул. - Раузаларҙың ғына унға яҡын төрө бар. Бала саҡтан сәскә яратам. Һеңлеләрем Гөлмирә менән Гөлнара ла оҫта баҡсасылар. Әхирәттәрем менән дә, һеңлеләрем менән дә орлоҡ алмашып, ярыша-ярыша гөл-сәскә үҫтерәбеҙ. Үҙ йортобоҙ булыуға быйыл дүрт йыл. Ишек алдында үлән үҫкәнсе, сәскә үҫһен тип ҙур түтәл эшләп ҡуйҙыҡ. Оҡшаған сәскәне урмандан да ҡаҙып алып ултыртам. Үҫеп китәләр. Умырзая, алтынбаш кеүектәре баҡсамды үҙ итте. Сәскә үҫтереү серҙәренә килгәндә, иң мөһиме – һәр эште яратып башҡарыу. Раузаларҙы иртә яҙҙан бер тапҡыр махсус ашлама менән һуғарам да йәй буйы уларға теймәйем. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән һәр гөл төбөнә көл һибеп сығам, - ти оҫта баҡсасы. Ә һеҙ ниндәй гөлдәрҙе яратып үҫтерәһегеҙ? Фотолар Зәкиә Мөхәмәтйәнова-Мусинаның шәхси архивынан алынды.