Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн Александр Доставаловтың тыуған көнө...

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Шайморатов генерал миҙалдарын тапшырҙы. Хәрбиҙәр әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Тантаналы сараны Өфө егете, Рәсәй Геройы гвардия майоры Александр Доставаловтың тыуған көнөнә арнанылар. Уның исемен башҡорт доброволецтары батальонының береһе йөрөтә. – 14 июлдә Александр Доставалов исемендәге батальонға хәрби байраҡ тапшырыуға бер йыл тулды. Республиканың башҡа подразделениелары менән бергә ул йылдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә бөгөн Александр Васильевич Доставаловҡа 60 йәш тулған булыр ине, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙҙең барлыҡ хәрбиҙәребеҙ менән дә ғорурланабыҙ һәм тыуған илде һаҡларға торғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Яҡын арала беҙҙең подразделениеларға, шул иҫәптән әле хәрби әҙерлек үткән “Башҡортостан” полкына ниндәй өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтә алыуыбыҙҙы һөйләшәсәкбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.