Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағының алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлеге тикшерелде. Министр вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ҡышҡылыҡҡа 18,5 мең күп фатирлы йортто әҙерләргә кәрәк. Июль уртаһына ҡарата тейешле эштәрҙең яртыһы башҡарылған. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттарҙың 53 процентында йылытыу системаларын йыуҙырғандар. Шулай уҡ торба үткәргестәрҙең йылылыҡ изоляцияһын тергеҙәләр, дөрөҫ эшләмәгән контроль-үлсәү приборҙарын алмаштыралар һәм башҡа кәрәкле эштәр башҡарыла. 17 июлгә ҡарата 1,5 мең йорт йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорты алған. – Министрлыҡтың махсус контролендә – вентиляция каналдары һәм төтөн торбаларын тергеҙеү. Уларҙы газ үткән 13,5 мең күп фатирлы йортта тикшерҙеләр. Быйыл “Газпром” вәкилдәре ҡултамғаһынан тыш беҙ ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспорттарын ҡабул итмәйәсәкбеҙ, – тине Ирина Голованова. Шулай уҡ министр вазифаһын башҡарыусы республиканың коммуналь инфраструктураһын яңыртыу буйынса