Бөгөн балалар тәүге аҙымдарын яһарға һәм һөйләшергә өйрәнмәҫтән элек ата-әсәһенең планшеты, смартфондары менән ҡыҙыҡһына башлай. Әлбиттә, бындай өлгөргәнлек баланың үҫешендә һәм күҙ торошонда сағылмай ҡалмай. Бүздәк үҙәк район дауаханаһының табип-офтальмологы Әҙип Әнис улы Хәмәҙуллин ”Бүздәк яңылыҡтары” гәзитендә гаджеттарҙың баланың күҙҙәренә тәьҫирен кәметеү тураһында ябай, әммә һәр кемгә мөһим кәңәштәр биргән. “Баланың күҙҙәрен һаҡлауҙың иң тәьҫирле ысулы – ике-өс йәшкә тиклем гаджеттарҙы файҙаланыуҙы тыйыу. Был әйберҙәрҙән улар өсөн бер ниндәй файҙа ла юҡ, ә күҙҙәренә зыян тейәсәк. Балағыҙ беренсе класҡа күҙлек кеймәй уҡырға барһын өсөн бер нисә кәңәште үтәү ҙә етә. Әгәр балағыҙға өс-дүрт йәш бар икән һәм ул гаджеттан бик ныҡ файҙаланырға теләһә, экран уның күҙҙәренән 15-30 сантиметр алыҫлыҡта булырға тейеш. Был экрандың зарарлы тәьҫирен формалашып ҡына килгән күреү системаһына йоғонтоһон кәметергә ярҙам итәсәк. Ваҡытты ҡәтғи билдәләгеҙ, ул сикләнгән булырға тейеш. Әгәр бала уйнарғ