Организмдағы артыҡ һыу целлюлитҡа, артыҡ кәүҙә ауырлығына, шешенеүгә килтерә. Матдәләр алмашыныуы боҙола. Шешенеүҙе ҡайтара торған рецептар тәҡдим итәбеҙ. 1-се рецепт:2 аш ҡалағы онталған үгәй инә үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, термоста 1 сәғәт төнәтегеҙ. Иртәле-кисле 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.2-се рецепт:1 балғалаҡ кипкән ҡайын япраҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Был һыуҙы ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ.3-сө рецепт:25-30 гр кипкән ҡарағат япрағын 500 мл ҡайнар һыуға һалып төнәтегеҙ. Һыуынған төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.4-се рецепт:2 аш ҡалағы кипкән еләк һәм еләк япраҡтарын ҡайнар һыуға һалып, 2 сәғәт төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашарҙан алда 4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.5-се рецепт:2 балғалаҡ кипкән пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен 500 мл ҡайнар һыуҙа 20 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне ашар алдынан яртышар стакан эсегеҙ.6-сы рецепт:Кипкән бауыр үләне һабағын онтап, сәй кеүек бешерегеҙ. 1 стаканға 1 балғалаҡ һалыр кәрәк. Көнөнә 3 тапҡыр берәр стакан эсегеҙ.Һау-сәләмәт булығыҙ! Сығанаҡ: vk.com/hakmarserdar Фото: bashgazet.ru