Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Екатеринбург ҡалаһында ойошторолған “ИННОПРОМ-2023” халыҡ-ара күргәҙмәһенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ағымдағы йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт етештереүе үҫеше биш процент самаһы тәшкил иткән. – Былтыр, ил буйынса күрһәткестәр кәмегән саҡта, беҙҙә үҫеш өс процент тәшкил иткәйне. Был - яҡшы һәм мөһим индикатор. Сәнәғәт предприятиеларының күп мәсьәләләрен даими рәүештә хәл итәбеҙ, – тине ул. Билдәле булыуынса, республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында өсөнсө урын яулағайны. – Хөкүмәткә, уның сәнәғәт блогына, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәт коллективтарына еңел булмаған осорҙа ошондай үҫеш күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Был рейтинг беҙҙең республика иҡтисады үҫешенә бик тура килә, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Ба