Найти в Дзене

“Улыбыҙҙың йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫен белә инек...”

Яңауыл егете, өлкән лейтенант, танк ротаһы командиры, Рәсәй Геройы Игорь Насибуллинға ҡаланың Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументы эргәһендә бюст асылды. Уға ошо көндәрҙә 28 йәш тулған булыр ине... Тантаналы сарала Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, хәрби комиссариат вәкилдәре, геройҙың ата-әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы һәм Леонид Ғилмиәр улы ҡатнашты. Яңауылдың батыр егете Игорь Насибуллин былтыр март айында махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндә һәләк булды, офицерға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Тыуған иленә ғүмеренең һуңғы минутына тиклем тоғро ҡалған офицерҙың батыр улды тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. “Беҙ улыбыҙҙың йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫен белә инек. Ул бәләкәйҙән ихтыярлы, ныҡ һәм батыр булды, дуҫтары күп ине.Үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, намыҫ, илһөйәрлек һәм Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө булды. Ябай кешеләр араһында ла геройҙар булыуын раҫланы. Минең өсөн улым һәр саҡ тере һ

Яңауыл егете, өлкән лейтенант, танк ротаһы командиры, Рәсәй Геройы Игорь Насибуллинға ҡаланың Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументы эргәһендә бюст асылды. Уға ошо көндәрҙә 28 йәш тулған булыр ине... Тантаналы сарала Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, хәрби комиссариат вәкилдәре, геройҙың ата-әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы һәм Леонид Ғилмиәр улы ҡатнашты. Яңауылдың батыр егете Игорь Насибуллин былтыр март айында махсус хәрби операцияла бурысын үтәгәндә һәләк булды, офицерға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Тыуған иленә ғүмеренең һуңғы минутына тиклем тоғро ҡалған офицерҙың батыр улды тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. “Беҙ улыбыҙҙың йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫен белә инек. Ул бәләкәйҙән ихтыярлы, ныҡ һәм батыр булды, дуҫтары күп ине.Үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, намыҫ, илһөйәрлек һәм Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө булды. Ябай кешеләр араһында ла геройҙар булыуын раҫланы. Минең өсөн улым һәр саҡ тере һәм йәшәйәсәк”, - тине Роза Хәбибйән ҡыҙы. Игорь Насибуллиндың бронза бюсы Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументының архитектура ансамблен дауам итә һәм өс Советтар Союзы Геройы барельефтары менән йәнәш урынлаштырылған. Бюст авторы – Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Эльвера Ишембәтова фотолары.