Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, COVID-19 менән сирләү кәмей. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. 17 июлгә ҡарата коронавирус сире 16 кешелә асыҡланған. Дауаханаларҙа 80 пациент дауалана, уларҙың 56-һы 60 йәштән өлкәндәр. 488 кеше өйҙәрендә дауалана, уларҙың 146-һы өлкән йәштәге кешеләр. Тәүлек эсендә 15 кеше шәбәйеп, өйөнә ҡайтҡан. Министр белдереүенсә, дауаханаларҙа был сирҙе дауалау өсөн урындар һаны федераль министрлыҡ тәҡдим иткән кимәлдә һаҡлана һәм бөгөнгә ҡарата 125 урын тәшкил итә. Уларҙың 17 проценты буш килеш ҡала. Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда ашығыс ярҙам бригадалары 21 меңдән ашыу саҡырыуҙы хеҙмәтләндергән. 93,3 процент осраҡта ашығыс ярҙам машинаһы сирлеләргә 20 минут эсендә килеп еткән. Бынан тыш, министр “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” профилактика акцияһын уҙғарыу барышы тураһында һөйләне. Республикала был акция бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл ул 17 апрелдән башланды һәм 15 сентябргә тиклем дауам итә. Бөтә республика биләмәһен алты йүнәлеш-маршруттарға бүлгәндәр: Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет. Шулай иткәндә 54 район да йәлеп ителә. Акцияла туғыҙ күсмә флюрограф, 10 күсмә маммограф, 34 мобиль ФАП, ете сәләмәтлек үҙәге, кардиомобиль, диагностика комплексы һәм “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” күсмә модуле эшләй. Табиптар араһында терапевтар, хирургтар, шулай уҡ тар белгестәр бар. Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 315 ауылда үтәсәк, әле 196-һы тикшерелгән. Сир асыҡланған саҡта пациент үҙәк район дауаханаһында диспансер иҫәпкә ҡуйыла һәм артабанғы дауалау билдәләнә, уны махсуслаштырылған, юғары технологиялы ярҙам өсөн медицина ойошмаларына ебәрәсәктәр. Бөгөнгә ҡарата 99432 кеше тикшерелгән, 15799 флюорография һәм 9681 маммография үткәрелгән. Табиптар 4345 кешелә беренсе тапҡыр сир асыҡлаған. Улар диспансер иҫәбенә алынған һәм дауалана башлаған. 17 апрелдән 14 июлгә тиклем тикшереү үткән 18766 кешелә инфекциялы булмаған сир хәүефе табылған. Бында глюкоза кимәле, ҡандағы холестерин артыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, артыҡ тән ауырлығы инә. Шулай уҡ 2500 социаль әһәмиәттәге сирҙәр асыҡланған, шул иҫәптән яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез, йөрәк сирҙәре. Был аҙнала күсмә комплекстар Кушнаренко, Баймаҡ, Йылайыр, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Ҡыйғы, Ейәнсура райондары һәм Нефтекама ҡалаһындағы 18 ауылға барасаҡ. Министр әйтеүенсә, табиптар килеүе тураһында ауыл халҡына алдан төрлө сығанаҡтарҙа мәғлүмәт еткерелә. Радий Хәбиров министрға Өфө табиптарына хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтергә ҡушты. Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына үҙҙәренә килгән табиптарға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтергә ҡушты. Фото: Башинформ.