Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҡъярҙа был - беренсе бассейн

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында яңы йөҙөү бассейны асылды. Был спорт комплексын төҙөү күп кешенең физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырған “Демография” милли проекты маҡсаттарына тура килә. Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. 25 метрлы бассейн дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән, унда инвалидтар ҙа йөҙә аласаҡ. Бинала сисенеү, душ бүлмәләре, тренер, табип кабинеттары, һыу лабораторияһы, санитар-көнкүреш һәм техник бүлмәләр бар. Сменаһына 30 кеше шөғөлләнә аласаҡ. Штатта – ике тренер һәм ике йөҙөү инструкторы, ҡотҡарыусы-инструкторҙар, медиктар, лаборант, инженер, шулай уҡ хеҙмәтләндереүсе һәм техник персонал бар. Бассейнды асыу – районда йәштәр һәм уҡыусылар араһында йөҙөүҙе үҫтереү, дөйөм алғанда халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн мөһим ваҡиға. – Бындай спорт комплексы киләсәктә район һәм республика ғына түгел, ә төбәк-ара кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге лә бирәсәк. Аҡъяр ауылы халҡы өсөн был - беренсе бассейн. Спорт менән, айырып

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында яңы йөҙөү бассейны асылды. Был спорт комплексын төҙөү күп кешенең физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырған “Демография” милли проекты маҡсаттарына тура килә. Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. 25 метрлы бассейн дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән, унда инвалидтар ҙа йөҙә аласаҡ. Бинала сисенеү, душ бүлмәләре, тренер, табип кабинеттары, һыу лабораторияһы, санитар-көнкүреш һәм техник бүлмәләр бар. Сменаһына 30 кеше шөғөлләнә аласаҡ. Штатта – ике тренер һәм ике йөҙөү инструкторы, ҡотҡарыусы-инструкторҙар, медиктар, лаборант, инженер, шулай уҡ хеҙмәтләндереүсе һәм техник персонал бар. Бассейнды асыу – районда йәштәр һәм уҡыусылар араһында йөҙөүҙе үҫтереү, дөйөм алғанда халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн мөһим ваҡиға. – Бындай спорт комплексы киләсәктә район һәм республика ғына түгел, ә төбәк-ара кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеге лә бирәсәк. Аҡъяр ауылы халҡы өсөн был - беренсе бассейн. Спорт менән, айырып әйткәндә, йөҙөү менән шөғөлләнеүселәр һаны бермә-бер артыр тип ышанам. Объект халыҡ өсөн көн һайын асыҡ буласаҡ, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Спорт министрлығы.