Илдең мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, дүшәмбегә ҡараған төндә Ҡырым күпере аша автомобилдәр хәрәкәте туҡтатылған. Был күперҙге ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле. Краснодар яғынан йүнәлешендә күперҙең бер таяуы зыян күреүе билдәле. “Әлеге ваҡытта унда хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Хәлде төҙәтеү сараһын күрәбеҙ”, - тип хәбәр иткән Ҡырым башлығы Сегей Аксенов. Әлегә ул Ҡырым күпере аша хәрәкәт итеүҙе кисектереп торорға саҡыра. Шулай уҡ илдең транспорт министры Виталий Савельев менән һөйләшеү булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күперҙәге шартлау ваҡытында Белгород өлкәһенән ялға китеп барған ирле-ҡатынлы ике кеше һәләк булғаны мәғлүм. Уларҙың 14 йәшек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханала. Мәғлүм булыуынса, быға тиклем Тамань яғынан Ҡырымға сығыу өсөн күпергә сиратҡа 960 транспорт сараһы торған, тығын яҡынса өс сәғәткә һуҙылған. Керчь яғынанан сират булмаған. Ҡырымдағы хәлгә бәйле, ярымутрауҙағы туристарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләй Ҡырым властары. Тимер юл хәрәкәте бер нисә сәғәттән һуң иртәнгә табан ҡабат тергеҙелгән. Фото: “Комсомольская правда”, “Кубаньские новости” Видео: “Ҡырым 24” каналы.