Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер кисереп, бөгөн дә бер-береһенә хөрмәт һәм йылы мөнәсәбәт һаҡлап йәшәгән ғаиләләр һоҡланыу һәм ихтирам тыуҙыра. Үләй ауылында йәшәгән Зариповтар тап шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе, тип яҙа “Алға” гәзите. “Гөл-сәскәгә күмелгән йорттоң ихатаһынан уҡ бында эшсән, һәйбәт күңелле кешеләр йәшәгәнлеге күренә. Хужабикә Райхана апай ире Данис ағайҙы маҡтап ҡына телгә алды. Шөкөр, ҡырҡ йылдан ашыу килешеп ғүмер кисерәбеҙ, Данисты минән дә нығыраҡ әсәйем яратҡандыр,моғайын, ирем алмаштырғыһыҙ кейәү булды уның өсөн, – тип йылмая хужабикә. –Ҡулынан килмәгән эше юҡ, эсмәй, тартмай, юҡҡа-барға тауыш сығарып йөрөмәй, тормош көткәндә бөтә тырышлығын һалып эшләне”. Данис ағай ике йәш ярымлыҡ сағында ғына әсәйһеҙ ҡала, атаһына дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булғас, Берләс ауылында йәшәгән туғандары Данисты үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Малайға һигеҙ йәш тулғанда, үгәй атаһы ла сирләп вафат була. Етемлек һурпаһын күп татырға тура килә үҫмергә. Алтынсы кластан уҡ һабансы булып эшләй. 18 йәше тулғанда әсәһе менән тырышып өй һалып инәләр. Егет Бөрө ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һәм тракторсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Тормош ҡорғандан һуң Зариповтар ғаиләһе Ҡаҙағстан далаларына сығып китә. Шулай ҙа, 17 йыл йәшәгәндән һуң, тыуған яҡтарын һағынып әйләнеп ҡайталар. Бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Данис Зариповтың хеҙмәт стажы илле йылға яҡын. Иренә бер һүҙ тейҙермәй, маҡтап ҡына торған Райхана апай үҙе лә - бик булдыҡлы, тиктормаҫ етеҙ хужабикә. Ғүмер буйы уҡыусыларға белем биреп, улар өсөн янып-көйөп йәшәгән уҡытыусыны ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа хөрмәт итә. Данис ағай менән бергә өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Биш ейәндәренә өлгөлө олатай-өләсәй булып, шатлыҡтарын уртаҡлашып, аралашып йәшәй улар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эштән бушамайҙар: мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса тултырып, еләк-емеш үҫтерәләр. Данис ағай тыуған төйәге өсөн йән атып йәшәгән уҙамандарҙың береһе. Үләй ауылы зыяратын евроштакетник һәм тимер ҡойма менән уратып алыуға көс һала. Ауылдаштар ярҙамында аҡса туплап, материалдар алып, ҙур эште башҡарып сығалар. Иретеп йәбештереү эштәре менән ауыл хужалығы ярҙам итә. Данис Зарипов “әйткән һүҙем бар ине”, тип, күптәнге ниәтен тормошҡа ашырып, зыяратҡа өс тимер ҡапҡа яһатып ҡуя. Татыу ғаиләнең ауыл биләмәһендә үткәрелгән өмәләрҙән дә ҡалғаны юҡ. Күптәргә өлгө, балалары һәм ейәндәренә терәк булып йәшәгән хеҙмәт ветерандарына һаулыҡ, оҙайлы ғүмер теләйбеҙ”. Лира Юрасова фотоһы.