Башҡортостан Республикаһының подряд ойошмалары Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһында, атап әйткәндә, Красный Луч ҡалаһында тергеҙеү эштәре алып бара. Башҡортостан Хөкүмәтендә 2023 йылда республикаға ярҙам күрһәтеү сиктәрендә инфраструктура объекттарын үҫтереү буйынса киләсәкле план әҙерләнгән. Унда Красный Луч ҡалаһының йәшәү эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса эштәр ҡаралған. Әҙерләнгән план социаль һәм коммуналь инфраструктура объекттарын, күп фатирлы йорттарҙы, шулай уҡ энергетика һәм юл хужалығы объекттарын тергеҙеүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Красный Луч ҡалаһы биләмәһендә 36 объект төҙөү өсөн яуаплы. Улар араһында – һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү объекттары, 20 күп фатирлы йортто һәм мәктәптәр һәм балалар баҡсалары кеүек биш социаль объектты ремонтлау, шулай уҡ дүрт белем биреү учреждениеһында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын реконструкциялау. – Торлаҡ-коммуналь тармаҡ подрядсылары Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә 2022 йылдан алып эшләй һәм ҡайһы бер райондарҙа һыу хужалығы объекттарын тергеҙгән дә инде. Быйыл был саралар ҙур күләмдә дауам итә, бер юлы бер нисә подряд ойошмаһы торлаҡ һәм социаль сектор объекттарында төҙөлөш-монтаж сараларын үткәрә. Башҡортостан бер ҡасан да ситтә ҡалмай һәм туғандаш халыҡтарға ярҙам итергә әҙер, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһынан подряд ойошмалары 2022 йылда Красный Луч ҡалаһында дөйөм белем биреү учреждениеһын һәм һыу менән тәьмин итеү объекттарын ремонтлаған да инде. Ағымдағы яҙғы-йәйге миҙгелдә башланған бөтә төҙөлөш-монтаж эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Фото: house.bashkortostan.ru