Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атаһы исемде теләк теләп ҡушҡан

Эшебеҙ буйынса төрлө кешеләр һәм төрлө яҙмыштар менән осрашырға, улар тураһында яҙырға тура килә.“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә үткәрелгән “Әйҙәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсында Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылынан Сулпан Хәлитова ҡатнашҡайны. Ошо көндәрҙә уға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙылар. Уны ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Сулпан Марат ҡыҙы – мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. “Сәхнәләрҙә таң йондоҙо булып балҡыр тип Сулпан тип ошо исемде ҡушҡан атайым. Ысынлап та, йырларға, бейергә, спектаклдәрҙә уйнарға яратам. Әлеге эш урыным тап шул сәхнә эше менән бәйле: Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләйем, - ти уңған күп балалы әсәй. - 2008 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағанда, тормош иптәшем Артур Әнүр улы менән танышып, тәү ҡараштан бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Ғаилә ҡороп, әлеге ваҡытта дүрт ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ”. Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында өй һалып, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, донъя көтә уңған ғаилә. Өлкән улдары Айназ - 8-се, ҡыҙҙары Гөлназ 6-сы класты тамамланы, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәләр. Уртансы улдары Ансарға - биш, бәләкәйҙәре - игеҙәк улдары Самат менән Мират – дүрт йәш. Был тиктормаҫ бәләкәстәргә ҡарап хатта күҙ ҡамаша, әйтерһең дә бар донъя ни бары улар эргәһендә әйләнә! Ғаилә башлығы Артур оҫта ҡуллы, бар белгәнен улдарына өйрәтә. Ә уңған хужабикә берҙән-бөртөк ҡыҙына аш-һыу, өй-йорт эштәрен башҡарыу серҙәре менән уртаҡлаша. “Киләсәктә балаларыбыҙ эшһөйәр, кешелекле, итәғәтле, ысын кеше булып үҫһен өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы һалып тәрбиә бирәбеҙ”, - ти Сулпан Хәлитова. Фотолар: Сулпан Хәлитованың шәхси архивынан.