Быйыл Стәрлетамаҡта “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Ленин урамындағы 87-се, Хоҙайбирҙин урамындағы 130-сы, 132-се, Артём урамындағы 5-се, 7-се, 9-сы күп фатирлы йорттарҙың ихаталары төҙөкләндерелә. Ремонт барышында ихаталарҙағы трансформатор ярҙамсы станциялары ла үҙгәртелде. Уларға урында йәшәүселәр темаһын һайлаған граффити төшөрөлдө. Быйыл Башҡортостандағы 30 муниципаль берәмектә 206 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә. Ә программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, 1120 йорт эргәһе биләмәһе сынъяһауға әйләнде, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Төбәктәрҙә биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡараған “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы алып барыла. Фото: minstroyrf.gov.ru .