14-15 июлдә Учалы районының Ҡотой ауылында «Олотау йыйыны» мини-футбол фестивале үтте, ул Рәсәй спорт мастеры Ғайсар Хәлидар улы Ғәлин иҫтәлегенә бағышланды. Быйыл сара бишенсе тапҡыр уҙғарылды. 14 июлдә төркөм этабы матчтары үтһә, 15 июлдә – плей-офф матчтары. Мәғлүм булыуынса, быйыл «Олотау йыйыны» проекты «Рәсәй — футбол иле!» конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Рәсәй футбол союзы (РФС) президенты Александр Дюков әйтеүенсә, «Рәсәй — футбол иле!» бәйгеһенең өсөнсө миҙгеле бик күп яңы сағыу проекттарҙы асҡан. «Урындағы футбол башланғыстарын күрһәтеү бик мөһим, сөнки был кешеләрҙе төбәктәрҙә футбол башланғыстарын тормошҡа ашырыуға дәртләндерә. Өсөнсө миҙгел проекттарында Рәсәйҙең 74 төбәгенән йәмғеһе 403 мең кеше йәлеп ителгән», - тип билдәләгән ул. "Олотау йыйыны" турниры "Футболда иң дәррәү проект” (“Лучший массовый проект в футболе") номинацияһында еңеүсе булған. Фестивалдең программаһына килгәндә, ул төрлө яҡлы һәм мауыҡтырғыс ине. Сара ҡунаҡтары үҙҙәрен төрлө бәйг