Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғында Ҡөрьән сүрәләре генә ҡалған...

Әбйәлил районының Хәмит ауылында өс өйҙөң янып юҡҡа сығыуы күптәрҙе ҡайғыға һалғайны. Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы. “Хәмит ауылындағы янғынға ла аҙна үтеп китте. Ошо күңелһеҙ ваҡиға Хәмит ауылы халҡында ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәгеләрҙә лә ҙур тетрәнеү һәм ҡаза күреүселәргә теләктәшлек тойғоһо тыуҙырҙы. Янғын тураһында хәбәр таралғас та, ярҙам тәҡдим итеп, аҡса күсереүселәрҙең һәм матди ярҙамдың илебеҙҙең төрлө төбәктәренән булыуы хайран ҡалдыра. Бөгөн ҡаза күреүселәр урамда яңғыҙ ҡалдырмай ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле, сөнки ваҡытлыса йәшәп торорлоҡ йорт, кейергә кейем, түшәк-юрған, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба менән тәьмин ителде. Иң мөһиме, барыһы ла һау-сәләмәт, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары яндарында. Ут һаман һүнеп бөтмәй, төтәй, ә тормош дауам итә... PS: бер урында ятҡан ябай уҡыусы дәфтәре янып көлгә әйләнгән, ә Ҡөрьән сүрәләре яҙылған китап бөтөн, янып бөтмәгән, ғәжәп...” Сығанаҡ, фотолар: Фирүзә Ғәҙелшинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.