Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Һинең менән кисте еткерҙек..."

Ҡояш батҡас, йоҡлар алдынан ихлас күңелдән әйтелгән доға-теләктәр Аллаһҡа барып етер, тиелә динебеҙҙә. * Хаҡ хәҙистәрҙең береһендә әйтелеүенсә, кис "Аятел-Көрси"ҙе уҡыған кеше иртәнгә ҡәҙәр ендәрҙән һаҡланған булыр. * "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен иртәнсәк һәм кис өсәр тапҡыр уҡыу барлыҡ яман нәмәләрҙән һаҡланыу өсөн етерлек. * Кис "Аллааһүммә бикә әмсәйнәә, үә бикә асбәхнәә, үә бикә нәхйәә, үә бикә нәмүүтү, үә иләйкәл-мәсынир" тигән доғаны уҡыу хәйерле һанала. Мәғәнәһе: "Эй Аллаһ! Һинең менән кисте еткерҙек, йәнә Һинең менән таң аттырҙыҡ, Һинең менән ғүмер һөрәбеҙ, Һинең менән баҡыйлыҡҡа күсәбеҙ, йәнә ҡайтыр еребеҙ ҙә Һиңә". Доғаларыбыҙ ҡабул булһын, һәр таңды имен-аман ҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ! Фото: islam.ru