Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөк машинаһына барып бәрелеп...

Стәрлетамаҡ районында йөк машинаһы менән мопед бәрелеште, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ҙың матбуғат хеҙмәте. Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн Өфө - Ырымбур юлының 108-се километрында, Подлесное ауылынан йыраҡ түгел, “Комета” мопеды водителе, транспорт сараһына идара итә алмайынса, йөк автомобиленә барып бәрелә. Машина, боҙолоу сәбәпле, юл ситендә торған була. Һөҙөмтәлә мопед водителе ауыр йәрәхәтләнеп, фажиғә урынында һәләк була. Әле унда ЮХХДИ һәм башҡа хеҙмәттәр белгестәре эшләй. Транспорт сараһы – үҙе үк хәүеф сығанағы, шуға юлға сыҡһағыҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ. Юлдарҙың, ямғыр яуып үтеү сәбәпле, тайғаҡ булыуы ихтимал, һаҡ булығыҙ. Тағы шуны онотмағыҙ: һәр водителде өйҙә ата-әсәһе, ҡатыны йәки ире, балалары, башҡа яҡындары көтә. Ғүмерҙең донъялағы иң ҡәҙерлеһе һәм уның ҡурсыуға мохтаж икәнлеге хаҡында хәтерҙән сығармайыҡ, дуҫтар. Сығанаҡ: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.