Фән һәм технологияларҙың ун йыллығына, “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, фәнни кадрҙарға ярҙам һәм тикшереү эше өсөн донъя кимәлендәге беренсе класлы фәнни-белем биреү үҙәктәренә ярҙам өсөн һиҙелерлек аҡса бүленә. Санциялар баҫымы шарттарында улар импортҡа алмаш өлкәһендә уңышҡа ҡаҙаныу һәм илдең технологик суверенитетын тәьмин итеү өсөн оператив рәүештә үҫеш векторҙарына йүнәлеш бирҙе. Рәсәйҙә ошондай 15 үҙәк ойошторолған да инде. Улар уйлап сығарыусыларҙы, етештереүселәрҙе һәм заказ биреүселәрҙе берләштерә. Төрлө төбәктәр ғалимдарының төп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн берләшеүе мөһим. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең 36 субъектында фәнни-белем биреү үҙәге эшләй. Башҡортостанда алға китеш проекттары һәм мегагранттар донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлегенә ярашлы тормошҡа ашырыла. 2020 йылда Рәсәй Хөкүмәте мегагрантын Евразия ғилем-белем үҙәгенең “Мультиомикслы мәғлүмәттәрҙе комплекслы анализлау өсөн юғары етештереүсәнлекле иҫәпләү инструменттарын эшләү һәм персоналләштерелгән медицина үҫеше” технология проектын алды. Проект Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге биобанкының генетика һәм башҡа мәғлүмәттәр коллекцияһын ҙурайта. Төбәк мегагранттары Башҡортостанда 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Дүрт фәнни эшләнмәнең етәксеһе – Германия, Япония һәм Рәсәй ғалимдары. Фото: tuvest.ru/articles/novosti/2023-