13 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәргән төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Сарала масштаблы төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Рәсәй субъекттарында донъя кимәлендәге кампустарҙы ойоштороу ҡаралды. Башҡортостан илдең Рәсәй Хөкүмәте булышлығында заманса студенттар кампусы төҙөлгән төбәктәре төркөмөнә ҡарай. Башланғысты, “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, 2022 йылдың 14 декабрендә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы барышында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Эталон” төркөмө Өфөлә вуз-ара кампусы биналары комплексын төҙөү һәм файҙаланыу тураһындағы концессия килешеүенә ҡул ҡуйғайны. Президиум кәңәшмәһендә республика Башлығы Өфөлә Евразия фәнни-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын ойоштороу тураһында һөйләне. Төҙөлөш ике этаптан торор тип күҙаллана. - Беренсе сират - майҙаны 36 мең квадрат ме