Иглинда 36 йәшлек ҡатындың юғалғаны һәм бер аҙнанан һуң үлгән килеш табылғаны тураһында яҙғайныҡ. Бөгөн иһә уның ниндәй шарттарҙа табылғаны билдәле булды. Был турала “Уфа1” баҫмаһы хәбәр итә. Уларға ҡатындың әхирәте Екатерина һөйләгән. Кристина Иглинда ире һәм өс балаһы менән йәшәгән. Юғалған көнөндә уның бөтөнләй кәйефе булмаған, тиҙәр. Әхирәте менән осрашҡандан һуң ул ағаһы менән таксиҙа китә, ә тәғәйенләнгән урынға – шәхси йортҡа яңғыҙы барып етә. Тәүге көндәрҙә Екатерина уны шул өйҙән эҙләй, тик унда Кристинаны күреүсе булмай, шуға күрә ул урманға сығып ҡарарға була. – Мин уны биш көн эҙләнем, таба алманым, арып бөттөм. Апайым менән тәүҙә урмандың тәүге яртыһын үттек, аҙаҡ ҡайтырға булдыҡ. Тик, нисектер, урман үҙенән ебәрмәҫкә теләгән кеүек тойҙом. Тапмайынса ҡайтмайым тип әйттем үҙемә. Шуға икенсе яҡҡа киттек, унда насар еҫ һиҙҙек. Тәүҙә, бәлки берәй эт үлеп яталыр, тип уйланыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Кристина ине... Бер аҙна ятҡан урманда, танырлыҡ түгел ине, шешенгән, – тигән Екатерина. Һуңғы ваҡытта ҡатындың тормошо ауыр булған: табиптар онкологияға шик ҡуйған. 10 июлдә ул дауаханаға барырға тейеш булған. Тик сирләй башлағас, улар ире менән йыш әрләшкән, һәм уныһы Кристинаны ташлап киткән, ти әхирәте. – Өс балаһы ҡалды. Уларҙы хәҙер, моғайын, өләсәләре ҡарар, опекунлыҡ алыр, – ти әхирәте. Ҡатындың нисек үлгәнен хоҡуҡ һаҡсылары тикшерәсәк. Фото Иглин районының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.