Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев һуңғы осорҙа һаулығына зарлана ине. Операция яһатырға кәрәк булыуы ихтимал? тип тә әйтә ине. Һәм? әле билдәле булыуынса, ул ысынлап та операция үткәргән. Баҡһаң, проблема танауында булған. “Бөгөн икенсе көн. Танауҙың бер яғы һыҙлап тора. Операция бер сәғәт барырға тейеш ине, 2,5 сәғәткә һуҙылды, күберәк булмаһа әле. Ләкин уны яһатырға кәрәк ине, сөнки эстә ялҡынһыныу процестары бара ине. Операцияны яңы технология буйынса эшләнеләр, еңел генә итеп, лазер менән”, – тип яҙҙы ул. Танауға булған операция ябай һымаҡ тойолһа ла, уның үҙ ауырлығы бар, әлбиттә. Йырсы әйтеүенсә, хәҙер уға бер ай буйы биш килограмдан ауырыраҡ йөк күтәрергә, спорт залында шөғөлләнергә, ете тәүлек ҡайнар шыйыҡса эсергә ярамай икән. “Түҙәһең инде, ҡайҙа бараһың. Шуға күрә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар”, – ти ул. Яратҡан йырсыбыҙға тиҙерәк йүнәлеп сығыуын теләйбеҙ! Фото Ә. Нурғәлиевтең сәхифәһенән.