Найти в Дзене

Ҡауынды һайлай беләһегеҙме?

Ҡауын тәме һәм хуш еҫе менән генә түгел, файҙалы үҙенсәлектәре менән дә күптәрҙең һөйөүен яулаған. Ул ашҡаҙан-эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, кәйефте күтәрә. Ҡауын һайлағанда, нимәләргә иғтибар итергә һуң? Ҡабығының төҫө һәм тышҡы “ҡиәфәте”нә. Ваҡ селтәрҙәр менән ҡапланған асыҡ һары төҫтә ул. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙәре лә – һарғылт төҫтә. Тышы йәшкелтерәк икән, тимәк, емеш тулыһынса өлгөрөп етмәгән тигән һүҙ. Тышындағы буй-буй бураҙналарға иғтибар итегеҙ: уларҙың һаны ни ҡәҙәр күберәк булһа, емеш шул тиклем татлыраҡ. Ҡауын тышында таптар, ярылған урындарҙың бармы-юҡмы икәнен ҡарағыҙ. Таптары емештең инде әкренләп яраҡһыҙға сығып барыуы тураһында һөйләй. Ярылыуы иһә – артыҡ өлгөрөү билдәһе: ярыҡтар аша емеш йомшағына төрлө вирустар, туҙан, бысраҡ эләгергә мөмкин. Тығыҙлығына. Сифатлы, һәйбәт ҡауын ҡаты булырға тейеш. Ҡулға алғас, йомшаҡ икәнен тойһағыҙ, унан баш тартығыҙ. Артыҡ өлгөргән һәм әкренләп боҙола башлаған тигән һүҙ. Шулай уҡ таш кеүек ҡап-ҡаты емешкә лә ҡыҙыҡмау хәйерле – уның өлгөрөп етмәгәнлеген аңлата был. Хуш еҫенә. Һайлағанда, ҡауынды еҫкәп ҡарауҙың бер ниндәй ояты юҡ. Нәҡ бына хуш еҫе уның, ысынлап та, бик татлы икәнен күрһәтә. "Ҡойроғо"на. Тейешле шарттарҙа өлгөрөп, үҙ ваҡытында йыйып алынған ҡауындың "ҡойроғо" кипкән була. Ул йәшел икән, алырға кәрәкмәй, сөнки өлгөрөп етмәгәнлеген аңлата. Фото: unian.net, mke.ee