Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәргәндәрҙе йыйҙы Әбйәлил

Әбйәлил районында беренсе сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүселәр бүләгенә тәүге тапҡыр традицион уҡ атыу буйынса турнир ойошторолдо. Сараны Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары союзы һәм фермер Рәмил Юлдыбаев ойошторҙо. Турнирҙа Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Салауат, Көйөргәҙе райондарынан, шулай уҡ Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан 72 кеше ҡатнашты. "Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, традицион уҡ атыуҙы популярлаштырыу һәм үҫтереү, оҫталыҡты арттырыу, көслө мәргәндәрҙе асыҡлау, йәштәрҙе спорттың милли төрөнә йәлеп итеү", - тип хәбәр итте “Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берекмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Радик Бәкеров. "Балаларым Динара менән Дамирға эйәреп, мин дә уҡ атыу менән мауыға башланым. Улар икеһе лә Сибайҙа уҡыны, ҡалала Х.З. Таһиров алып барған түңәрәккә йөрөнө. Артабан уларҙы ярыштарға йөрөтә башланым һәм үҙем дә спорттың ошо төрө менән мауыға башланым, - ти Рәмил Рәжәп улы. – Уның менән һәр кемдең шөғөлләнә алыуы, йәнә сағыулығы оҡшай. Матур милли костюмдарҙа сығыш яһауҙары күҙҙе ҡыҙҙыра. Хәҙер балаларҙың уҡ атыу менән шөғөлләнеүе ҡатыным Рәмиләгә лә “йоҡто”. Һөҙөмтәлә дүртәүләп ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. 2022-2023 йылдарҙа Силәбелә, Дағстанда үткәрелгән турнирҙарҙа үҙ көсөбөҙҙө һынаныҡ, республикалағы ошондай бер сараны ла ҡалдырманыҡ. Ағайым Илнур эшләгән Урал аръяғы башланғыстары союзы беренсе сиҙәмселәр ерендә үҙебеҙгә ошондай сара үткәрергә тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалаштыҡ". Р. Юлдыбаев сараның төп бағыусыһы ла булды. Тап уның ярҙамында турнирҙың приз фонды тос ине: иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет уҡсыларға йыл ярымлыҡ ҡолондар, һарыҡтар, ҡиммәтле бүләктәр бирелде. Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы Әбйәлил районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин, “Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берекмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Радик Бәкеров, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Әбйәлил бүлексәһе ағзаһы Азамат Шәйәхмәтов сәләмләне. Сарала спорттың был төрөн пропагандалаған өсөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәйес Низаметдинов, “Ирәндек уҡсыһы” спорт клубынан уҡ атыу буйынса тренер Хөрмәт Таһиров, һыбай барған килеш һәм традицион уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма рәйесе Юлай Ғәлиуллин, “Меркор” компаниялар төркөмө генераль директоры Нур Фәтхетдинов, коллектив фермер хужалығы башлығы Рәмил Юлдыбаев Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Исеме күптәргә билдәле уҡсылар ҡатнашҡан бындай юғары кимәлдәге турнир районда беренсе тапҡыр үткәрелә. Мәргәндәр араһында Хөрмәт Таһиров та бар. Уның уҡтары Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Монголияла үткәрелгән ярыштарҙа сәпкә тура тейгән һәм халыҡ-ара уңыш килтергән. - Уҡ атыу – тарихи үткәндәребеҙгә дан ғына түгел ул, ә Олимпия уйын төрҙәренә ингән заманса спорт төрө лә. Уның менән һәр кем тиерлек шөғөлләнә ала. Йәш буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Һәр спорт төрө кеүек, ул сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә - күҙ ҡарашын сәпкә төбәп, арҡаны төҙ тоторға, һөҙөмтәлә күҙгә күнекмәләр үткәрергә булышлыҡ итә, - ти Хөрмәт Зөбәйер улы. 72 уҡсы ете йәш төркөмөндә ярышты. Атыу ир-егеттәр өсөн – 70, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 60 метр арауыҡтан ойошторолдо. 30, 35 метр алыҫлыҡта иһә турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙен һынап ҡараны. Үҙҙәре судья ла булды. Ярыштар халыҡ-ара стандарттар буйынса үткәрелде. Таңсулпан Йомағужина. Гөлназ Вәлиева фотолары.