Хәҙер Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан экспресс-яҙманы бушлай алырға мөмкин. Ул, ҡануниәткә ярашлы, өс көндә түгел, бер минутта бирелә. Онлайн-яҙмала график өлөшө булмаһа ла, объект тураһында әйтелә, уның кадастр хаҡы, уға хоҡуғы булған граждан тураһында мәғлүмәттәр, хоҡуҡты дәүләт теркәүе төрө, һаны, көнө, сикләүҙәрҙең барлығы-юҡлығы, документтар реквизиттары һәм башҡалар күрһәтелә. Был мәғлүмәттәр килешеүҙең тәүге этабында йәки банкка ипотека алыуға ғариза биргәндә кәрәк. Бындай яҙманың ҡағыҙ төрөн күп функциялы үҙәктә алырға була. Хеҙмәткәрҙәр уны баҫып сығара һәм мисәт ҡуя. "Әгәр күсемһеҙ милек 1998 йылдың 31 декабренә тиклем рәсмиләштерелгән һәм уның менән бер ниндәй ҙә килешеүҙәр төҙөлмәһә, хужаһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт Берҙәм күсемһеҙ милек дәүләт реестрына индерелмәһә, был объект элек иҫәпкә алынған тип иҫәпләнә. Уның буйынса яҙма алып булмай, шуға үҙ күсемһеҙ милке 1998 йылдың 31 ғинуарына тиклем рәсмиләштергән, күп функциялы үҙәккә (йәки һанлы форматта) мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Был осраҡта дәүләт иғәнәһе алынмай", - тип яуап бирҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының ойоштороу һәм контроль бүлеге етәксеһе Людмила Мизонова. Күсемһеҙ милекте дөрөҫ теркәү мөһим. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальынй проект “Жилье и городская среда”) бурыстарының береһе лә граждандарға уңайлы шарттары булдырыу, торлаҡ менән тәьмин итеү. Фото: vk.com/public_to02rosreestr